Новости
22 Января 2020, 07:00

Тракторҙы кем урлаған?

Бөрө ҡалаһындағы хеҙмәтләндереүсе компанияларҙың береһе дүрт миллион һумдан ашыу торған тракторҙан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Баш ҡала полицияһына 52 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән, ул сит ил маркалы экскаватор-тейәгес техникаһы юғалыуын хәбәр иткән, һары төҫтә, тип белдергән. Һуңғы тапҡыр ир техниканы Нагаево ҡасабаһындағы төҙөлөш майҙансығында былтыр ноябрҙә күргән. Шуныһы – техника заманса күҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған булған.
Баш ҡаланың хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре юғалған техниканың эҙенә тиҙ төшкән: ул Калинин районында урынлашҡан баҡсаларҙың береһендә ҡулланыла икән. Уғрылыҡта шик аҫтына алынғандарҙың шәхесе асыҡланған, исемлектә улар дүртәү, 30 йәштән 37 йәшкә тиклемге ирҙәр. Өсөһө – баш ҡаланан, береһе – Дыуан тарафтарынан.
Асыҡланыуынса, был төркөм экскаваторҙы тап ошо Дыуан районының Өлкөндө ауылы кешеһенә - 36 йәшлек уҙаманға алып килгән. Баҡса участкаһы – уның шәхси милке. Шулай уҡ тәфтишселәр Ҡырмыҫҡалы районында булған ошоға оҡшаш хәлде тикшерә. Был ирҙәрҙең әлеге хәлгә лә ҡағылышлы булыуы асыҡланһа, зыян күләме ете миллион һумдан ашасаҡ.
Уғрылыҡта ғәйепләнеүселәрҙең барыһы ла ҡулға алынған, әммә улар ғәйебен танымай. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эше дауам итә, тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан.
Фото: amkodor-nn.ru
Гүзәлиә Балтабаева
  • Читайте нас