Новости
22 Ғинуар 2020, 13:28

Радий Хәбиров башҡорт хоккейын ҡарағыҙ тип 93 йәшлек ветеранға телевизор бүләк итте

Бөгөн республика етәксеһе эш сәфәре менән Көйөргәҙе районында йөрөй. Ул Шәбағыш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ишморатов менән күреште.

Радий Фәрит улы ҡаһарманды тиҙҙән барыбыҙ ҙа билдәләйәсәк Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы менән ҡотланы.
Рәшит Әхмәҙулла улына 93 йәш тулған. Ул 1943 йылдың ноябрендә Алыҫ Көнсығышҡа хеҙмәт итергә алынған. Унан һуң 1945 йылдың авгусына тиклем Уссурийск крайының Ворошилов (хәҙер Уссурийск) ҡалаһында була. 1946 йылдың көҙөнә хәтле Кореяла 38 параллелдәге сик һыҙатында була. 1950 йылдың майында тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайта.
Тыуан ауылында яугир Куйбышев исемендәге совхозда тракторсы булып эшләй башлай. Дөйөм хеҙмәт стажы 67 йыл тәшкил итә. Тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. "Японияны еңгән өсөн", "Кореяны азат иткән өсөн" миҙалдары, "Отличник-пулеметчик" знагы менән наградланған.
Сәй эскән мәлдә Радий Хәбиров ветеранға оҙон ғүмер, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ теләне.
"Миңә һеҙҙең хоккей ҡарарға яратыуығыҙ, "Салауат Юлаев"тың көйәрмәне булыуығыҙ тураһында әйттеләр. Беҙ шуға ла һеҙгә ҙур телевизор бүләк итергә булдыҡ. Республикала Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылап күп эштәр башҡарыла, әүҙем әҙерлек бара, ветерандарға айырым иғтибар бүленәсәк", - тип белдерҙе республика етәксеһе.
Әлеге ваҡытта Көйөргәҙелә Бөйөк Ватан һуғышының алты ветераны йәшәй. Улар араһында бер инәй блокадалы Ленинградта йәшәгән, бер концлагерь тотҡоно бар.
Фото: О.Яровиков
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birov-bash-ort-hokkeyin-ara-i-tip-93-y-shlek-veteran-a-televizor-b-l-k-itte-87868/
Читайте нас