Новости
22 Ғинуар 2020, 13:20

Рәмил менән Лиана “Дорогая, я забил!” телевизион проектында еңеү яуланы

Белорет ҡалаһынан Шәһәбетдиновтар ғаиләһе “Ю” телеканалында барған шоуҙа ҡатнашты

35 йәшлек Рәмил заводта эшләй, ә буш ваҡытын телевизор алдында уҙғара йәки дуҫтары менән футбол уйнай. Ә уның ҡатыны 30 йәшлек Лиана йөк ташыусы булып тир түгә. Тормош иптәше уға һис тә ярҙамлашмай – ғаилә һәм йорт мәшәҡәттәре йөгөн дә ҡатын яңғыҙы күтәрә.
Проект шарттарына ярашлы, Лиана өс көнгә ялға китергә, ә ир был ваҡытта балаларҙы ҡарарға, йорттағы бер бүлмәне ремонтларға һәм башҡа мөһим эштәрҙе башҡарырға тейеш ине.
Тәүге көндә Рәмил бер ни башҡармаһа ла, тора-бара ҡунаҡ бүлмәһен төҙөкләндерҙе, тауыҡ кетәге төҙөнө, хатта балалары менән дәрес әҙерләргә, сәк-сәк бешерергә өйрәнде.
Һөҙөмтәлә Шәһәбетдиновтар еңеп сыҡты һәм 200 мең аҡса отто. Бүләкте иһә өй ремонтына тотонорға ҡарар итте.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/R-mil-men-n-Liana-Dorogaya-ya-zabil--televizion-proektinda-e-e-yaulani-86440/
Читайте нас