Ул «Авито» сайтына смартфонын һатыу тураһында иғлан яҙған. Билдәһеҙ ир уға шылтыратып, телефонды һатып алам, әммә тәүҙә уны тикшереп ҡарайым, тигән. Бының өсөн телефонға мәғлүмәттәр индерергә кәрәклеген әйткән. Ҡатын ирҙең әйткәнен теүәл генә үтәп, онлайн режимында телефонға мәғлүмәттәрҙе индергән. Һөҙөмтәлә ул телефондың операцион системаһын мут бәндәгә асып, уныһы аппараттың паролен үҙгәрткән. Телефонығыҙ менән артабан да ҡулланырға, уны асырға теләһәгеҙ, аҡса түләгеҙ, тип ул яуыз бәндә ҡатындан аҡса талап иткән. Әммә ҡатын аҡса түләп тормаған, полицияға килгән. Был турала Нефтекама ҡалаһының эске эштәр бүлегенән Сөмбөл Вәлиева хәбәр итә. Фото: Интернеттан. Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова Йәшлек гәзите.