Новости
22 Ғинуар 2020, 09:02

Фәйзулламдың ғына ҡәҙерен белмәнем

- Гөләйфә ике туған апаһына ҡайтып тәгәрәгән икән!- Ысынмы!- Китсәле!

Был хәбәр ауылда ауыҙҙан-ауыҙға, телдән-телгә тиҙ таралды. Йөҙ өйҙән торған ауылда бөтәһе лә ус төбөндәге кеүек күренә. Берәүҙәр уны йәлләне, икенселәре үсәне тигәндәй.

- Ҡуй инде, ҡарт көнөңдә кеше тупһаһында йөрө инде.

- Үҙенә күрә тамам, ире Фәйзулла мәрхүмде һанламаны. Байрамдарҙа саҡ ҡына төшөрөп алһа ла, “һин ни эшләп шулай, һин үлһәң, егеткә барам”, - тип кәзекләй торғайны.

- Барҙы инде ана. Ун балалы егеткә!

- Хәҙер үҙ өйөнә лә инә алмай.

Ысынлап та, ғәжәп холоҡло ине Гөләйфә. Тотонһа, һәр эште ҡойоп ҡуйған кеүек эшләгән ирен бер ҙә генә һанламаны. Ул саҡтарҙа халыҡ өмәгә йөрөп эшләр ине, көҙөн күмәкләп мал һуйырҙар ине. Тап шуға ла уның холҡон бөтәһе ятлап бөткән. Шундай мәжлестәрҙә ҡыҙмаса булып алған ҡатын һәр ваҡыт кеше алдында ирен кәмләүҙе ғәҙәтенә индерҙе. “Һин үлһәң, егеткә барам”, - тип йыш ҡабатлар булды.
Ысынлап та, алтын ҡуллы ине Фәйзулла. Үҙ көсө менән ҙур, матур итеп йорт ҡорҙо, ҡапҡаларын, ҡоймаларын биҙәкләп ҡуйыр ине. Ауылда һирәк кеше генә емеш ағастары үҫтерә ине. Фәйзулла ағай ултыртҡан алмалар көҙөн мул, татлы емештәре менән күрше-тирәнең күҙен ҡыҙҙырҙы. Бәхетһеҙлек көтмәгәндә килде. 46 йәшлек шап-шаҡтай Фәйзулланың ҡапыл үлеп ҡалыуы бөтә ауыл халҡын һиҫкәндерҙе. Бәғзе берәүҙәр “туҡмағандар” тип әйтһә лә, артынан йөрөүсеһе булмағас, был хәл шул килеш йомолдо. Ете бала менән яңғыҙ ҡалды Гөләйфә. Иң кесеһенә йәш тә тулмағайны әле. Иренең мәйете янында ла: “Оятһыҙ, мине ташлап китте лә барҙы, был балаларҙы мин нисек ҡарарға тейеш”, - тип йөрөгән, тиҙәр.
Бер нисә йыл үткәс, Гөләйфәне алтмыш саҡрым алыҫлыҡтағы бер иргә һоратып киләләр. Ҡатыны ауырып үлеп ҡалған, ун балалы ирҙең биш балаһы бөтөнләй бәләкәй икән. Гөләйфә барырға ризалаша. Иң кескәй ике балаһын алып китә ул.
Ваҡыт үтә. Балалар бер-бер артлы үҫә, көндәрҙең береһендә бабайы ла донъя ҡуя. Иң төпсөктәре килен алып ҡайтҡас, Гөләйфәгә был йортта көн ҡалмай. Ахырҙа ул булған әйберҙәрен төйнәп, күрше ауылдағы ҡыҙына юллана. Тик унда ла һыймай – төшөрөргә яратҡан кейәүе ҡәйнәһен йәмһеҙ һүҙҙәр менән йәберләй. Үҙенең йортона ҡайтыр ине, улы күптән өйләнеп, биш бала үҫтерә. Килене лә кеше аша, “ул ҡайта ҡалһа, бында бер көн тормайым” тип хәбәр ебәргән. Көндәрҙең береһендә аптыраған Гөләйфә яңғыҙы ғына көн күргән ике туған апаһына килеп һыйына. “Фәйзулламдың ғына ҡәҙерен белмәнем, ул иҫән булһа, былай кәм-хур булып йөрөмәҫ инем”, - тип үкһеп-үкһеп илаған, тиҙәр.
Һәр кем үҙ бәхетен аңлап, бер-береһен ҡәҙерләп йәшәһен ине. Һуңынан үкенерлек булмаһын!
Фото:zen.yandex.ru

Читайте нас