Баш ҡаланың Амантай урамында бер ир боҙҙа тайып йығылған һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере өҙөлгән. Уның шәхесе әлегә асыҡланмаған. Иргә – 60-70 йәш тирәһе. Фажиғә урынына килгән медицина хеҙмәткәрҙәре уның йөрәгенең типмәүен асыҡлаған.
Шуға ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, һаҡ булырға саҡырабыҙ, сөнки юлдарҙың боҙ менән ҡапланыуы мөмкин. Өҫтәүенә уның өҫтөнә ҡар яуыу сәбәпле, боҙҙоң күренмәүе ихтимал. Был осраҡта иһә йығылыу хәүефе янай. Бәлә-ҡаза аяҡ аҫтында, тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер.