Ҡот осҡос хәл ҡылһа ла, әсәгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылмаясаҡ.
“Ул тыуған сабыйҙы түгел, ә яралғыны үлтерергә ынтылған. Бындай хәлдәр, аборт өсөн бер кемде лә яуапҡа тарттырмайҙар”, тип аңлатма бирә хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре.
Ҡорһағында бысаҡ менән яһалған яра булған ҡатынды 3-сө бала табыу йорто табиптары ҡотҡарғайны. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, ҡатын депрессиянан яфа сигә. Әгәр был диагноз раҫланһа, уға табиптарҙың һәм психологтарҙың ярҙамы кәрәк буласаҡ.
Үкенескә ҡаршы, беҙҙең ығы-зығылы заманда депрессия кеүек сирҙәр киңерәк тарала бара. Яҡындарыбыҙға иғтибарлыраҡ булайыҡ!