Новости
22 Ғинуар 2020, 13:34

Һауа торошо - 22-23 ғинуар

Урыны менән республикала көслө ҡар яуыуы көтөлә, тип иҫкәртә синоптиктар.

Шулай уҡ ҡайһы бер райондарҙа ямғыр ҙа яуасаҡ.
Буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешеүе ихтимал.
Юлдарға көрт тә һаласаҡ.
Ел көсәйгәндә секундына 17-21 метр тиҙлектә иҫәсәк.
Буран ваҡытында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.
Фото: Интернеттан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Фото: Яндекс
Читайте нас