Новости
21 Ғинуар 2020, 12:19

Үткән аҙнала юлдарҙа 18 кешенең ғүмере өҙөлгән!

Ун ике кеше машиналар бәрелешкәндә һәләк булһа, өс кеше үлемесле тапалған, бер кеше машина түңкәрелгәндә йән биргән, ике кеше дауаханала вафат булған. Уларҙың яртыһы шәмбе һәм йәкшәмбе яҡты донъяларҙан китеп барған.

Күңелһеҙ статистикаға күҙ һалып, үҙегеҙ һығымта яһағыҙ, дуҫтар:

13-19 ғинуарҙа:

73 автомобиль аварияһы теркәлгән;


18 кеше һәләк булған;


78 кеше травмалар алған;


27 машина бәрелешкән;

37 йәйәүле тапалған;

271 иҫерек водитель тотолған.

Юлда һәләк булғандар ҙа, йәрәхәттәр алғандар ҙа, аварияла ҡатнашҡан водителдәр ҙә, эсеп руль артына ултырғандар ҙа Айҙан килмәгән, уларҙың һәр береһе - кемдеңдер яҡыны... Күпме ҡайғы-хәсрәт килгән үткән аҙнала - бизмәндәргә һалып үлсәп бөтөрлөк түгел...

Имен юлдарҙа йөрөгөҙ, дуҫтар! Һаҡлағыҙ үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы!

Фото: Интернеттан.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/tk-n-a-nala-yuldar-a-18-keshene--mere--lg-n-85026/
Читайте нас