+22 °С
Ямғыр


Бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған, йәшәргә яраҡһыҙ ерҙән торлаҡ бирелеүе халыҡ араһында шау-шыу тыуҙырҙы. Һөҙөмтәлә пенсионерҙы дөйөм ятаҡтағы бер бүлмәгә урынлаштырҙылар. Тик унда ла ремонт талап ителә ине. Бүлмәне төҙөкләндергәнсе, инәй туғандарында йәшәп торорға мәжбүр булған.
Бына ниһайәт, ремонт тамамланған һәм оло кеше волонтерҙар ярҙамында яңы торлағына күскән.
Әлегә был факт буйынса, Тәфтиш комитеты район чиновниктарына ҡарата тикшереү эштәре алып бара.
Фото: "Башинформ".