Новости
21 Ғинуар 2020, 12:46

Пермдә йәнә фажиғә...

Хостелда торба шартлап, 5 кеше һәләк булған, уларҙың береһе бала.

“Карамель” тигән хостелда шулай уҡ алты кеше ауыр йәрәхәт алған – улар барыһы ла эҫе һыуға бешкән. Шаһиттар әйтеүенсә, торбанан быға иклем дә һыу аҡҡаны булған, идара итеү компанияһы хостелды йүнләп ҡарамаған.

Тәфтиш идаралығы енәйәт эше асҡан, “Карамель” хужаһы ҡулға алынған.

Федерация Советы хостелдар тураһында законға үҙгәрештәр әҙерләй. Депутаттар әйтеүенсә, улар подвалда урынлашырға тейеш түгел, сөнки бынан барлыҡ коммуникациялар үтә.

Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ta-i-Perm-ta-i-fagi-84449/
Читайте нас