Новости
21 Ғинуар 2020, 07:39

Инсульттан нисек һаҡланырға?

Донъяла йыл һайын 15 миллион кеше инсульт кисерә. Шуларҙың биш миллионы үлә, тағы шул тиклем инвалидҡа әйләнә.

Һуңғы ваҡытта инсульт йәштәрҙе һәм урта йәштәгеләрҙе лә аяҡтан йыға башланы. Шулай ҙа һәр кем был сир ҡурҡынысын мөмкин тиклем кәметә ала икән.

Табиптар, кеше ғүмере оҙая барған һайын ауыр сирҙәре лә арта, тип белдерә. Организм ҡартайған һайын тиҙерәк “ватыла”. Был, бер яҡтан, инсультҡа ла ҡағыла. Белгестәр әйтеүенсә, сирҙе килтереп сығарған төп сәбәп – стресс: норма менән көйләнмәгән эш көнө, күтәренке психологик мөхит, йыш командировкалар, күп эшләү һәм башҡалар.

Инсульт ике төргә бүленә: ишемия булғанда ҡан тамырындағы тромб баш мейеһе артерияһын томалай; ҡан баш мейеһенә барыуҙан туҡтай һәм ундағы күҙәнәктәр үлә башлай.

Геморрагик инсульт булғанда баш мейеһе артерияһы өҙөлә һәм ҡан баш мейеһенә аға; шул урында баш мейеһе күҙәнәктәре үлә. Статистика буйынса, инсульттың 80 проценты – ишемик, ә ҡалған 20-һе геморрагикка тура килә. Һуңғылары араһында бер ай эсендә ауырыуҙарҙың яртыһы үлә. Ишемик инсульттарҙы дауалауҙа иһә уңыштар күпкә юғарыраҡ.

Инсульттан һаҡланыу өсөн күп хәрәкәтләнеү кәрәк. Кеше аҙ йөрөһә, артыҡ йыуанайһа, уның ҡанында холестерин төйөрсөктәре арта. Нәҡ бына улар инсультҡа килтерә лә инде. Организмдағы холестерин төрҙәренең күпме булыуын һәм уларҙың ҡайһы төргә ингәнен билдәләп була. Бының өсөн анализ тапшырырға кәрәк. Әгәр кешенең “насар” холестерин күләме юғары булһа, тимәк, төйөрсөктәр саманан тыш артҡан.

Әйтелгәндәрҙән һөҙөмтә яһау ҡыйын түгел: эш тип, компьютер янында ҡаҙаҡланған кеүек ултырмағыҙ, спорт менән шөғөлләнергә, нервы көсөргәнешенән ҡотолорға ярҙам иткән мауығыуҙарығыҙ хаҡында онотмағыҙ!

Фото: twitter.com
Читайте нас