Новости
21 Ғинуар 2020, 08:11

“Дүрт балам хаҡына, күҙ йәштәрем менән һорайым!”

Салауат ҡалаһында йәшәгән дүрт бала әсәһе Светлананың тормошон күҙ алдынан үткәреүе лә ауыр. Үҙе ауыр сирле, ҡатмарлы операция үткәргән. Ишле ғаиләһе менән дөйөм ятаҡ мөйөшөндә көн итергә мәжбүр. Өҫтәүенә 2011 йылда етлекмәй тыуған төпсөк улы, Даун синдромынан тыш, башҡа патологияларға дусар, тип хәбәр итә КП-Уфа порталы.

Дүрт йыл элек 48 йәшлек ҡатында бауыр циррозын асыҡлайҙар. Новосибирскиҙа бер нисә ай тикшеренеү үткәндән һуң, былтыр уға донор табып, органды күсереп ултыртыу буйынса ҡатмарлы операция яһайҙар. Тормош ауырлыҡтарына сыҙамаған атай кеше ғаиләнән күптән инде сығып киткән. Алимент та түләмәй.
Ҡыҫынҡы бүлмәлә көн иткән ике инвалид, дәрес әҙерләргә лә шарттары булмаған үҫмер, ауыр яҙмышҡа күнгән балалар, ишле ғаиләнең проблемаларынан туйған күршеләр (балаға көн дә дөйөм бүлмәлә клизма яһау кемде ялҡытмаһын) - уларҙың береһен дә ҡаты күңеллелектә, миһырбанһыҙлыҡта ғәйепләп тә булмайҙыр. Юҡлыҡ талаштыра, барлыҡ яраштыра шул. Уҡытыусылар Илһамды өйгә килеп уҡытҡас, бөтәһенә лә дөйөм коридорҙа дәрес бөткәнен көтөргә тура килә.
Былтыр Светлана ҡала хакимиәтенә торлаҡ алыуға документтарҙы йыйып бирә. Күп балалы инвалид ҡатынға газ плитәһе лә, санузелы ла, раковинаһы ла булмаған, тәҙрәһе ватыҡ фатирҙы күрһәтәләр. ”Нисек шундай фатирҙы тәҡдим итергә намыҫтары етте икән? - тип аптырай инвалид әсә. - Беҙ бит бер пенсияға ғына йәшәйбеҙ. Мине бер инстанциянан икенсеһенә ҡыуып йөрөтәләр, тағы документтар йыйырға ҡушалар... Минең Радий Хәбировҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙән башҡа бер сарам да юҡ.”
Ул хатта шул фатирға ла риза булған, сөнки көн һайын күршеләрҙең сәнскеле ҡараштарынан, ҡыйырһытыуҙарынан арыған.
Беҙ һеҙгә хат авторының дәғүәһенән сығып хәлде һүрәтләнек. Хәҙер Салауат ҡалаһы хакимиәтенән килгән яуапты ла уҡып ишеттерәйек. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Н. Ғабдрахманов ебәргән яуаптан күренеүенсә, 2017 йылдың 9 мартында ҡала хакимиәте ҡарары менән өс кешенән торған ғаиләгә (Рузматова Светлана, Абдукәримов Исламжон, Рузматов Илһам ) коммерция яллауы килешеүе нигеҙендә торлаҡ бирелгән. 11 айҙан һуң килешеү тағы ла оҙайтылған. Адресы – Салауат ҡалаһы, 76-сы йорт, 39-сы бүлмә. Ҡала хакимиәтенең 2019 йылдың 10 июлдәге ҡарары менән ғаиләгә шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ҡаланың “Көнбайыш” биҫтәһенән бушлай ер участкаһы бирелгән.
Күреүебеҙсә, дәғүә һәм рәсми яуап араһында айырма ярайһы ҙур. Мәсьәләнең хәл ителешен күҙәтербеҙ.
Фото:шәхси архивтан.
Читайте нас