

39 йәшлек ҡатын полицияға картаһын юғалтыу тураһында ғариза яҙа. Карта юғалтыуын асыҡлап, уны япҡанға тиклем, кемдер уның ете мең һум аҡсаһын тотоноп өлгөрә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре шик аҫтына эләккән кешене - йәш ҡыҙҙы видеокүҙәтеү камераһы аша табып, уның шәхесен асыҡларға ярҙам һорай: "Әгәр ҙә һеҙ ошо ҡыҙҙы таныһағыҙ, уның ҡайҙа икәнен белһәгеҙ, яҡындағы полиция бүлексәһенә хәбәр итегеҙ йәки шылтыратығыҙ: 279-39-02, 237-19-60, 02 (102 — кеҫә телефонынан), 279-56-22, 279-56-24».
Был ҡыҙға ҡарата сит кешенең картаһы менән ҡулланғаны өсөн енәйәт эше асылған.
Фото: БР буйынса ЭЭМ сайтынан.