Новости
21 Ғинуар 2020, 06:05

Бер ғаилә юлға сыҡҡан...

Бер юлы өс кешенең ғүмере өҙөлгән ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек инде.

Ул Ҡырғыҙ-Миәкә – Стәрлебаш юлында шәмбе көн булғайны. “Опель Астра” менән “ГАЗель” бәрелешеүе ҡот осҡос фажиғәгә килтерҙе: ике ҡатын һәм бер егет һәләк булды.
Әле аварияның шарттары һәм һәләк булғандарҙың шәхестәре асыҡланды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, еңел автомобилдең водителе идараны юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа килеп сыға. Бының сәбәбе: юл тайғаҡ була һәм көн буранлап тора.
“КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, аварияла тотош бер ғаилә юҡҡа сыҡты. Улар 19 йәшлек егет, уның 40 йәшлек әсәһе һәм 61 йәшлек өләсәһе.
Улар ауылда ҡунаҡта булған һәм фажиғә көнөндә Стәрлетамаҡҡа ҡайтып барған. Өйҙәренә тиклем һәләк булған егеттең иптәше алып барып ҡуйырға ризалашҡан. Ғаилә бар яҡлап та ыңғай ҡылыҡһырлана. Яҡындары был фажиғәгә һаман ышанып бөтә алмай. Уларҙы бөгөн ерләгәндәр.
“Опель” водителе һәм “ГАЗель" пассажиры әле дауаханала.
Фото: "КП-Уфа".
Альфия Мингалиева

Читайте нас