Был байрам күптән түгел генә барлыҡҡа килеүгә ҡарамаҫтан, бөгөн уның авторын табыу ауыр. Ниндәй ҙә урында тартынмайынса бер-береһен ҡосаҡлау ысулын уйлап тапҡан студенттар һәм ғәмһеҙ йәштәр уның инициаторҙары тип иҫәпләнә, өҫтәүенә, ҡосаҡлашыу - бик файҙалы тип фәнни дәлилләнгән. Һәм, әйткәндәй, тап улар һуңғы йылдарҙа 21 ғинуарҙа ошо байрамға бағышланған төрлө флеш-мобтар үткәрә. Байрам легендаһы буйынса, дуҫтарса ҡосаҡлашыу ваҡытында кешеләр бер-береһе менән күңел йылыһы менән уртаҡлаша.
Һеҙҙе ҡосаҡларға тырышҡан кешеләр хәүефһеҙлек, уңайлылыҡ һөм мөхәббәт хисе кисерергә теләй, тип иҫәпләй психологтар. Беҙ дуҫтарҙы һәм туғандарҙы осрашҡанда, оҙаҡ күрешмәгәндән һуң ҡосаҡлайбыҙ. Был датаны байрам итеү бер ниндәй ҙә матди сығымдар талап итмәүе һәйбәт. Кемде ҡосаҡларға кәрәк тип иҫәпләйһегеҙ, шул кешегә бөтә күңел йылығыҙҙы өләшә алаһығыҙ.