Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
21 Ғинуар 2020, 07:47
Һаҡһыҙлыҡ бәләһеме?
Дүртөйлө районында фажиғәле хәл теркәлгән: хеҙмәт урынында бер эшсе һәләк булған. Был турала бөгөн Хөкүмәттәге оперативкала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының береһендә ҡырҡ йәшлек ир йәкшәмбе эшкә сыға. Тик, ни сәбәптәндер, һаҡһыҙлыҡтанмы инде, яңылыш шнеклы иген транспортерына төшөп китә. Алған яраларынан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунда уҡ йән бирә.
Төбәк тәфтиш комитетында хәбәр итеүҙәренсә, әле был аяныслы хәл буйынса тикшереүҙәр бара.
Фото: pixabay.com
Автор: Миләүшә Сайтакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/a-i-li-b-l-eme-84450/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"