Новости
20 Ғинуар 2020, 06:48

Юлында торғас, тотҡан да атҡан

Өфө ҡалаһынан бер ир урамда йәйәүле менән һүҙгә килешә лә, күп уйлап тормай, уның башына травматик пистолет менән ата.

Был ваҡиға баш ҡаланың Карл Маркс урамында урынлашҡан магазиндарҙың береһендә теркәлә. Ике ир араһындағы ыҙғыш саҡ-саҡ ҙур фажиғәгә әйләнмәй. Ваҡиға урынына тиҙ арала тикшереү-оператив төркөм килеп етә.

Полиция хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында янъялсы ир ҡулға алына, уның 38 йәшлек Өфө кешеһе булыуы асыҡлана.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән бирелгән аңлатмала әйтелеүенсә, ғәйепләнеүсе ир дуҫы менән күп миҡдарҙа иҫерткес эсемлек ҡуллана. “Шайтан һыуы”, һәр ваҡыттағыса, етмәй ҡала. Ике әшнә тағы ла араҡы артынан юллана. Тик тыныс ҡына йөрөй алмай батырайған ирҙәр: магазин янында һөйләшеп торған бер төркөм менән ни сәбәптәндер һүҙгә килешәләр. 38 йәшлек ғәйепләнеүсе кеҫәһенән травматик пистолет сығара ла берәүһенең башына тоҫҡап атып ебәрә. Унан енәйәт урынынан һыпырта. Зыян күреүсенең ҡатыны, дуҫтары тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра.

Башҡортостан буйынса Эске Эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсе тотолған, үҙ ғәйебен таныған. Әле был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: twitter.com
  • Читайте нас