Был арала йондоҙҙар бик һаҡ эш итергә ҡуша. Ниҙер ҡылыр алдынан ике түгел, өс мәртәбә уйлап алыуығыҙ хәйерле. Шулай уҡ яңылыш әйткән бер генә һүҙҙең дә араларҙы оҙаҡҡа боҙоуы ихтимал. Ҡайһы бер уй-маҡсатығыҙҙы кисектереп торорға ла тура килер, бәлки.
Аҙна барышында үҙегеҙгә оҡшаған һәм яҡшы таныш булған эштәр менән булышығыҙ. Һәләттәрегеҙҙе күрһәтергә лә форсат булыр. Бәғзеләр ниндәйҙер яңы һөнәргә өйрәнер, аҙаҡтан унан файҙа күрер. Йомала өмөтлө һөйләшеү көтөгөҙ.
Һеҙҙең тирәләге ваҡиғаларҙы дөрөҫ аңлау бик мөһим. Кире осраҡта етди хаталар ебәреүегеҙ бар. Өмөттәрегеҙҙең аҡланмауы ла мөмкин. Шаршамбынан һуң барыһы ла ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Шулай ҙа ҡыйынлыҡтарҙың сәбәптәрен асыҡлау ҡамасауламаҫ.
Һәйбәт көндәр. Элек ҡыйын күренгән эштәр ҙә еңел барыр. Был арала алған тәжрибәгеҙҙең артабан кәрәге тейер. Шишәмбелә ниндәйҙер дәғүә килеп сығыуы ихтимал, ләкин ул тиҙ онотолор һымаҡ. Кесе йомала ҙур булмаған, матди юғалтыуҙар кисерерһегеҙ, ахыры.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Уңышлы осор. Һис тә уйламаған ҡаҙанышҡа өлгәшерһегеҙ, моғайын. Тик иң етди мәсьәләләргә генә иғтибар биреүегеҙ мөһим. Бер аҙ һүлпән, ялҡауыраҡ кешеләрҙең дә эштәре яҡшы барыр. Бер юлы элек ебәргән хатағыҙҙы ла йәтеш кенә төҙәтә алырһығыҙ.
Төрлө ҡыйынлыҡҡа ҡәҙимгенән күпкә йыш осрарһығыҙ. Элек ярҙам вәғәҙә иткән кешеләр ҙә һүҙендә тормаҫ. Шуға ҡарамаҫтан, алдан ҡорған маҡсаттарығыҙҙан баш тартырға ашыҡмауығыҙ дөрөҫ булыр. Әгәр түҙемлек күрһәтһәгеҙ, барыһы ла яйланыр.
Мәл тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн уңайлы. Бәләкәйҙән башлап, артабан һис тә артҡа сигенмәүегеҙ, үҙ көсөгөҙгә ышаныуығыҙ мөһим. Аралашыуҙар ҡыуандырыр. Туғандарығыҙ менән дә мөнәсәбәттәрегеҙҙе нығытыу өсөн мөмкинлектәр булыр, моғайын.
Мөһим эштәргә иғтибар биреү ауырыраҡ булыр һымаҡ. Төрлө ваҡ-төйәк ҡыйынлыҡ даими ҡамасаулап торор. Кеше йомоштары менән дә булышырһығыҙ. Кесе йомала бүләк көтөгөҙ.
Аҙна һис тә еңел килергә оҡшамай. Яҡындарығыҙ менән уртаҡ тел табыу ауырлашыр. Төрлө дәғүә лә килеп сығыуы бар. Башланған эштәрегеҙҙе тамамлау ҙа еңелдән булмаҫ, нимәнелер иҫәпкә алмауығыҙ ҙа асыҡланыр.
Шишәмбелә ниндәйҙер эш өсөн тәнҡит утына эләгерһегеҙ кеүек. Ул әлбиттә, кәйефегеҙҙе күтәрмәҫ. Ғөмүмән, был арала йыш аҡланырһығыҙ. Шулай ҙа танауығыҙҙы төшөрмәгеҙ. Ваҡыт күп осраҡта һеҙҙең хаҡлы булыуығыҙҙы мотлаҡ күрһәтер.
Маҡсаттарығыҙға ирешеү өсөн тырышырға тура килер. Элек еңел генә барған эштәрегеҙ ҡыйынлыҡ менән башҡарылыр. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, алға табан барыуығыҙ мөһим. Ярты юлда туҡтағандар бик күпте юғалтыр. Элекке дуҫтарығыҙҙан ярҙам алырһығыҙ.