Новости
20 Ғинуар 2020, 09:45

«Йондоҙло табын» - Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән шағирә, Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА бүлешә.

Эремсектән кекстар
Эремсек – 200 г
Шәкәр – 1 стакан
Йомортҡа – 3 дана
Аҡ май – 120 г
Он – 1,5 стакан
Ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) – 1,5 балғалаҡ.
Аҡ майҙы ҡайнатмай ғына иретәм. Айырым һауытта йомортҡаларға шәкәр ҡушып туҡыйым. Ап-аҡ булғансы туҡырға кәрәкмәй, бер массаға әйләнһә, еткән. Артабан уға эремсек, ирегән майҙы ҡушып болғатырға. Улар бер массаға әйләнгәс, ҡабартҡыс, он ҡушып болғатып, формаларға һалырға.
180 градус эҫелектәге мейестә 25 минут бешергә.
Ял көнө ашай торған салат
Беҙ ғаиләбеҙ менән ял көнө һарымһаҡ ҡушылған ризыҡ ашап алабыҙ. Шуға ла был салатты шаяртып, ял көнө ашай торған, тип атайым.
Кишер, колбаса кеүек сырҙы ҡырғыс аша үткәрергә, һарымһаҡты иҙгес менән иҙеп, бергә ҡушып болғарға, үҙегеҙгә күпме кәрәк, шуныңса тоҙ ҡушырға. Ҡаймаҡ йәки майонез һалып болғатырға ла рәхәтләнеп ашарға кәрәк. Табынға икмәккә һылап, бутерброд итеп тә бирергә була.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА әҙерләне.
Яңылыҡ авторы: Т. АМАНОВ
Йәшлек гәзите.
Читайте нас