Бәхеткә күрә, ҡуҙ комбинезонды ғына өтөп өлгөрә, бала зыян күрмәй.
Йәш әсә тәмәке төпсөгөнөң ҡайһы ҡаттан ырғытылғанын белергә теләй, әммә тәмәкесе йәшенеп өлгөрә. Ҡатын өтөлгән комбинезонды социаль селтәргә һалған. Был хәл ҡыҙыу фекер алышыуға килтерҙе.
Күңелһеҙ ваҡиғаға бәйле күптәр үҙҙәренең ризаһыҙлығын белдерә. Кемдер бындай тәртип боҙғандарҙы хайуандар менән сағыштырһа, икенселәре тап ошондай һүндерелмәй ҡалған төпсөктөң янғын сығыуға төп сәбәп булыуы хаҡында иҫкәртһә, бәғзеләр тәмәкеселәрҙең үҙҙәренән сүп-сарҙы таҙартырға кәрәклеген белдерә.
Һәр ерҙә мәҙәнилек булырға тейеш. Балкондан тәмәке төпсөгөн ырғытып тороу, һис һүҙһеҙ, кешенең түбән кимәлен күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта йорттар янында айырыуса һаҡ йөрөргә кәрәклеге лә бәхәсһеҙ. Бөгөн коляскала ятҡан бала өҫтөнә тәмәке төпсөгө ырғытылһа, иртәгә боҙбармаҡ килеп төшмәҫ тимә...