Новости
20 Ғинуар 2020, 10:26

Шырпы менән уйнамаҫтар, тимә...

Балаларҙың хәүефһеҙлеге – тәүге сиратта. Был лозунг ҡотҡарыусылар өсөн буш һүҙ түгел, ә янғындарҙы иҫкәртеүҙә төп йүнәлеш. Шуға күрә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре йыш ҡына күп балалы ғаиләләр йәшәгән йорттарға рейд ойоштора.

Сара сиктәрендә белгестәр йортто янғын хәүефһеҙлеге күҙлегенән тикшерә, хәүефһеҙлек саралары хаҡында иҫкәртә, етешһеҙлектәр булһа, тиҙ арала төҙәтергә саҡыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлыҡ ата-әсәләр ҙә мәсьәләгә яуаплы ҡарамай һәм йәшәгән йорттарында янғын сығыу ихтималлығын уйлап та бирмәй, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итә. Ошо осраҡта янғын күҙәтеүе хеҙмәте инспекторы ғаилә тураһындағы мәғлүмәтте район-ара янғын хәүефһеҙлеге комиссияһына ебәрә, балалар ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янағанын хәбәр итә. Бынан һуң да етешһеҙлектәрҙе бөтөрмәһәләр, балаларҙы ғаиләнән алып, хәүефһеҙ йәшәү урынына күсерәләр.
Ошо көндәрҙә үрҙә телгә алынған сара Бәләбәй, Йәрмәкәй, Бишбүләк, Миәкә райондарында ла үткән. Һанап үтелгән райондар ҡотҡарыусыларын Бәләбәй район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү хеҙмәте берләштерә.
Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы иһә ата-әсәләрҙе тағы берҙе иҫкәртә: балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ, улар хәүефһеҙ шарттарҙа үҫергә тейеш. Бәләкәстәр йыш ғына өлкәндәрҙең ҡылыҡтарын һәм ғәҙәттәрен ҡабатлай. Бигерәк тә йортта бер үҙҙәре ҡалғанда үҙаллылыҡ күрһәтергә яраталар. Шуға күрә өйҙә өлкәндәр юҡ икән, бала шырпы менән уйнамаҫ, ҡағыҙ яндырып ҡарамаҫ, усаҡ яғырға маташмаҫ тип әйтеп булмай. Уларға һәр саҡ уттың хәүефле икәнлеген, ниндәй ҡылыҡтар фажиғәгә килтереү ихтималлығын аңлата барыу зарур. Балалар булған йортта автоном янғын иҫкәртеү ҡулайламаһын ҡуйыу, ул эшләй башлаған саҡта нимә эшләрәгә кәрәклеген аңлатыу ҙа мотлаҡ.
Фото: vk.com/mchsrb (Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығының социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөнән)
Читайте нас