Уның өсөн 180 грамм он, 200 грамм кишер, 100 грамм шәкәр, ике йомортҡа, 1,5 сәй ҡалағы йомшартҡыс, тоҙ кәрәк.
Тәүҙә кишерҙе йыуып, ваҡ ҡырғыс аша үткәрергә. Шунан тишек сүмескә һалып еңелсә генә һутын һығабыҙ.
Артабан йомортҡаның һарыһын миксерҙа шәкәр ҡушып туғыйбыҙ. Ондо, тоҙҙо, йомшартҡысты иләк аша үткәрәбеҙ. Кишергә туғылған йомортҡа һарыһын һәм ондо ҡушып болғатырға. Айырым һауытта йомортҡаның ағын миксер менән туғыйбыҙ ҙа кишер ҡамырына ҡушып ебәрәбеҙ.
Үҫемлек майы менән формаларҙы майлап, өстән бер өлөшөнә ҡамыр тултырабыҙ. 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 20 минут тирәһе бешерәбеҙ. Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан шәкәр пудраһы һибергә кәрәк.