Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Ғинуар 2020, 17:10
Ишембай ҡыҙы ни өсөн “Дом – 2” проектынан киткән?
Ул реалити-шоуҙа низағ яратҡан ҡыҙҙарҙың береһе ине.
Анастасия Иванова Ишембай ҡалаһында тыуып үҫкән, сәйәхәт итергә ярата, киләсәктә актриса булырға хыяллана. Был проектҡа килгәнгә тиклем, реалити-шоу менән ҡыҙыҡһынмаған. Ә бына әсәһе “Дом – 2” тапшырыуҙарын йылдар буйы ҡарап барған һәм ҡыҙы унда барғас бик ныҡ ҡыуанған, ғорурланған.
Тик Настя ошо көндәрҙә проекттан киткән. Үҙе генә түгел, ә Руслан Мацьолекты ла артынан эйәрткән. Ҡыҙҙың һүҙҙәренсә, ул ысын мөхәббәтен осратҡан һәм егете менән мөнәсәбәттәрен “камераларһыҙ” ғына һынап ҡарарға теләй.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ishembay-i-i-ni-s-n-Dom--2-proektinan-kitk-n-84384/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"