Белгестәр кешенең IQ кимәлен билдәләү өсөн ошо ике һорау ҙа етә тигән фекерҙә. Был хаҡта UfacityNews.ru Германияла нәшер ителгән “Freundin” баҫмаһына һылтанып хәбәр итә.
Беренсе һорау: “Һеҙгә күмәк кешеләр араһында булыу, йәшәү ҡыйынлыҡ тыуҙырамы?”
Икенсе һорау: “Дуҫтарығыҙ менән мөмкин тиклем йышыраҡ күрешергә теләр инегеҙме?”. Һорауҙарға “эйе” йәки “юҡ” тип яуап бирергә.
IQ кимәле юғары булғандар ике һорауға ла “юҡ” тип яуап бирәсәк. Интеллект кимәле яҡшы үҫешкән кешеләрҙе ҙур ҡалаларҙа йәшәү, күмәк халыҡ араһында булыу ҡурҡытмай, тип иҫәпләй белгестәр. Ә инде икенсе һорауға килгәндә, аҡыллы кешеләрҙең дуҫтары аҙ һанлы була, ғәҙәттә IQ-һы 116-нан юғарылар яңғыҙлыҡ ярата. Был күрһәткесе 80-дән артмағандар өсөн дуҫтарҙың булыуы, улар менән аралашыу, йәшәйештә уларҙың роле бик мөһим.
Әлбиттә, һәр тест - ул үҙенә күрә уйын, шуға күрә был билдәләмәләрҙе йөҙ процентҡа дөрөҫ тип ҡабул итергә ярамайҙыр.