Новости
20 Ғинуар 2020, 09:55

Иғтибар: көн торошо тағы тотороҡһоҙ

Республика Хөкүмәтендәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, был аҙнала ла көн торошо ҡыуандырмаясаҡ.

БР Хөкүмәте вице-премьеры - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев, гидрометүҙәккә һылтанма яһап, белдереүенсә, аҙна барышында урыны менән ҡар яуасаҡ. Әммә ул ғәҙәти ҡар булһа ғына ярар ине лә, тик әлеге лә баяғы ямғыры менән ҡуша яуасаҡ шул. Һөҙөмтәлә боҙлауыҡ күҙәтеләсәк.

Юлдарҙа үтә һаҡ булыуы һорала.

Һауа температураһы көндөҙ +1,-4 булһа, төнөн - 6 самаһы.

Аҙна һуңына ғына яуым-төшөм туҡтап, көндәрҙең һыуытыуы ихтимал. Ысын ҡыш ҡайҙалыр инде? Ҡапҡа төбөндәме, ҡайҙалыр алыҫтараҡмы?

Фото:Юлай Кәримов.

Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/I-tibar-k-n-torosho-ta-i-totoro-o-83658/
Читайте нас