Новости
20 Ғинуар 2020, 06:43

Хәлемде һорама ла...

Мыжыҡ ҡатын, тыңлауһыҙ балалар... Тормош ауыр, ҡатмарлы тип ваҡыты-ваҡыты менән зарланып алырға күптәр әүәҫ. Ә бына бер танышымдың осратҡан һайын йөҙө һытыҡ, гел нимәлер хаҡында уйланып йөрөгән кеүек. Хәлдәрен һорашһаң, "Һорама ла..." тип ҡулдарын ғына һелтәй.

Оҙаҡҡараҡ туҡталһа, шунда уҡ тормошона зарланып алып китә: аҡса ла етмәй, ҡатын мыжыҡ, балалар тыңлауһыҙ... Ошоғаса уның бер генә ыңғай хәбәр һөйләгәнен ишеткәнем булманы. Уның менән аралашҡандан һуң донъя аҡлы-ҡаралы төҫтәргә мансыла, тирә-яҡта тик бәхетһеҙ кешеләр уратып алғандай тойола.

Гел зарланып йөрөгән кешеләр тураһында психологтар нимә һөйләй, күҙ һалайыҡ.

“Бындай кешеләр бер ниндәй яуаплылыҡ тоймай, һәр ваҡыт үҙҙәрен ҡорбан итеп күрһәтә. Уңышһыҙлыҡтарында, хатта уйлап сығарылғандарында ла, ғәйепте гел бүтәндәргә япһара. Мыжыҡтар уларҙың яҡшы йәшәүен бүтәндәр хәстәрләргә тейеш тип уйлай. Берәй нәмә улар көткәнсә килеп сыҡмаһа, шунда уҡ игәй башлайҙар, хатта ваҡ-төйәк эштә лә бүтәндәр менән идара итергә маташалар.
Бындайҙар үҙҙәрен бик ярата, шунлыҡтан башҡаларҙың хис-тойғоһона төкөрөп ҡарайҙар. Үҙҙәренә эске ҡәнәғәтләнеү алһа, уларға шул еткән.

Ундайҙар сит кеше булһа, улар менән аралашмаҫҡа мөмкин, ә инде бәләсел берәй туғаның, яҡының булһа, ни эшләргә? Кешенең холҡон үҙгәртеүе ҡыйын, шуға ундайҙар менән мөнәсәбәтте дөрөҫ ҡорорға өйрәнергә кәрәк. Уның зарланыуҙарына, мыжыуҙарына йомшаҡ, әммә киҫә генә: "Был турала күп ишеттем, әйҙә, бүтән һүҙ ҡуҙғатмайыҡ", "Был темаға ҡараштар тура килмәй", "Һинең
үҙ тәжрибәң, минең – үҙемдеке" тигәнерәк һүҙҙәр менән мөнәсәбәтегеҙҙе белдерә алаһығыҙ. Бындай яуап баш баҫып тыңлап, үҙеңде ғәйеплемен тип уйлауҙан ҡотҡара, эске энергияғыҙҙы һаҡлай.

Ғөмүмән алғанда, тормошто беҙгә бирелгән бүләк һымаҡ ҡабул итеп өйрәнергә кәрәк. Һәр нәмәнән ҡыуаныс табып йәшәгәндә генә, тормош йәмле, йәнле, төҫлө яғын да күрһәтер.
Фото: 125region.ru
Автор: Аклима Гизатуллинаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/H-lemde-orama-la-82781/
Читайте нас