Новости
20 Ғинуар 2020, 06:44

Газонға ҡуйыу тыйылды

Былтыр апрелдә, хәтерләйһегеҙҙер, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай автомобилдәрҙе ҡалалағы газондарға ҡуйыуҙы тыйыу тураһындағы закон ҡабул иткәйне.

Беҙҙең көнкүреште йәмһеҙләгән был ҡылыҡты тыйырға тормош үҙе мәжбүр итә. Ошо ҡанунды боҙған өсөн нисә кеше яуаплылыҡҡа тарттырылды, уның йоғонтоһо булдымы?
"Былтырғы апрелдән алып декабргә саҡлы адиминистратив комиссиялар һалған штраф, дөйөм алғанда, 30 миллион һумдан ашыу тәшкил итте, – ти республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле. – Был ҡанунды боҙған өсөн ошо айҙар эсендә 24 мең кеше яуаплылыҡҡа тарттырылды. Уларҙың яртыһы Өфөгә тура килә. Йәшел биләмәгә автомобилен ҡуйыусылар ҡырҡа кәмене. Быға, берҙән, штраф һалыу булышлыҡ итһә, икенсенән, газондарҙы кәртәләп алыу ҙа ярҙам итә".
Фото:zen.yandex.ru
Читайте нас