Новости
20 Января 2020, 09:46

20 миллионға бесәй алыр инегеҙме?

Новороссийскиҙа йәшәүсе "уникаль" бесәйен 20 миллион һумға һатыуы хаҡында "Авито"ға иғланды ҡуйған.

Бесәйҙең хужаһы уны Силәбе өлкәһе күрәҙәсеһенең ҡәбере янында тапҡан. Ошо көндән бирле мырауҡайҙың төрлө проблеманан ярҙам итә башлауы тураһында яҙған.

- Ошо ваҡыт эсендә мин тормошомдо ҡырҡа яҡшы яҡҡа үҙгәрттем, нимәлә булһа ла икеләнһәм дә, миңә барыһын да яҡшылап аңлатҡан һәм нимә эшләргә икәнлеген аңғартып, төш инә. Ике көн элек дүрт аяҡлы дуҫым төшөмдә үҙен һатып, аҡсаһын изге эшкә тотонорға ҡушты, тип яҙыла иғланда.

Бесәй һатыусы күрәҙәсе дуҫының хаҡын бер аҙ төшөрөргә лә риза.

Фото: Авито

Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/20-million-a-bes-y-alir-inege-me-83980/
Читайте нас