Билмән
Беҙ магазиндан билмән һатып алмайбыҙ, үҙебеҙ бөгәбеҙ. Беҙҙең яҡта, бөгәбеҙ, тиҙәр. Һыйыр итенә саҡ ҡына ҡаҙ ите, һуған ҡушып, ит турағыс аша үткәрәбеҙ, ҡара борос, самалап тоҙ һалып, фарш әҙерләп ҡуябыҙ. Ул бер аҙ ултырып торғансы йылымыс һыуға йомортҡа һытып, самалап тоҙ һалып, он ҡушып, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫам. Бер йомортҡа өс йәйем һалмаға етә.
Ҡамырым бер сәғәт тирәһе “ял" итеп ултыра. Шунан тигеҙ генә итеп һалма йәйәм. Фаршҡа саҡ ҡына йылымыс һыу ҡушып, ныҡ итеп баҫып алам. Шунан түңәрәктәр ҡырҡам да (өй биҙәге булған самауырҙың конфоркаһы тап-таман булып ҡала) билмәндәрҙе “ҡояш" итеп бөгөп ебәрәбеҙ. Ҡайнап торған әҙер һурпаға һалып, теүәл ете минут ҡайнатып сығарам.
Кем соус, кем уксус менән ашай. Мин үҙем аҙыраҡ ҡына һыуый төшкән билмәндәрҙе ҡул менән ашарға яратам. Билмән бешкән һурпаны ҡорот һалып һемереп ҡуйырға ла була.
Маринадланған сәскәле кәбеҫтә
Өс литр һыуға өс ҡалаҡ шәкәр, ике ҡалаҡ тоҙ, тәмләткестәр һалып ҡайнатып алабыҙ. Эҫе мейестән сыҡҡан (стерилләнгән) банкаларға сәскәле кәбеҫтә (цветная капуста), помидор, ҡыяр, кишерҙе түңәрәкләп киҫеп тултырабыҙ. Өҫтөнә әҙер маринадты ҡойоп, бер сәй ҡалағы һеркә өҫтәйбеҙ ҙә тимер ҡапҡас менән “бикләп” ҡуябыҙ. Өс көндән ашарға була, һалҡын урында ултырһа, ҡышҡылыҡҡа ла һаҡлана.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Гөлнур ЮЛДАШЕВА яҙып алды.