Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Ғинуар 2020, 11:45
Йәнәһе, ашлама итеп файҙаланғандар...
Өфө эргәһендәге Николаевка ауылы халҡы яландан насар еҫ сығыуы тураһында зарланып, ғариза менән Өфө районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән.
Унда яҙылыуынса, “Был һаҫыҡ еҫ ”Водоканал”дың бысраҡ һыуын шунда килтереп түгеүе сәбәпле сыға”, тағы ла унда шундай юлдар ҙа бар: ”ләмле һыу 4-се класлы хәүефкә ҡарай һәм кешеләр һаулығына, тирә-яҡтағы тереклеккә ҙур зыян килтерә”.
Өфө районы хакимиәте “Өфөводоканал”дың бысраҡ һыуын ауыл хужалығы ерҙәренә түгеүенең хәүеф тыуҙырмауын һәм законлылығын тикшереү үтенесе менән прокуратураға һәм "Россельхознадзор"ға мөрәжәғәт иткән. Был ерҙәр “Николаевская” агрофирмаһына ҡарай, һүҙ 12 гектар тураһында бара. Район хакимиәтенең хатында шулай уҡ 2019 йылдың июлендә лә ошо фирма ерҙәренә, анығыраҡ әйткәндә, Подымалов ауылы эргәһенә, ҡалдыҡ һыу түгеү факты теркәлгән. Ул ваҡытта 23 гектар майҙан бысранған. Предприятие вәкиле әйтеүенсә, ҡалдыҡтар ашлама рәүешендә файҙаланылған... Тикшереү һөҙөмтәһендә административ тәртип боҙоу тураһында протокол төҙөлгән.
20 ғинуарҙа ҡараласаҡ әлеге эш буйынса ведомство яуаплыларҙан бысранған майҙанды рекультивациялауҙарын талап итергә йыйына.
Фото: Vk.com
Автор: Аклима Гизатуллинаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Y-n-e-ashlama-itep-fay-alan-andar-82198/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"