Новости
19 Ғинуар 2020, 11:34

Ҡыҙмаса ҡатын ярһып китеп...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының урындағы идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Благовещенск ҡалаһындағы баҡса йорттарының береһендә күңелһеҙ хәл теркәлә.

Алтмыш йәштәре тулып килгән ир менән ҡатын киске табында спиртлы эсемлектәр ҡуллана. Ҡыҙмаса булып алғас, улар араһында бәхәс сыға: икеһе лә элекке үҙ-ара талаштарын хәтергә төшөрөп, бер-береһен еңергә тырыша. Ҡатын уғата ҡыҙып китеп, тойғоларына баш була булмай, ҡулына бысаҡ ала ла һөйәренә бер нисә тапҡыр сәнсә. Аҙаҡ иҫенә килеп, үҙе үк “Ашығыс ярҙам” саҡырта.
Дауаханала иргә медицина ярҙамы күрһәтелә, ғәйепләнеүсене полиция бүлегенә алып баралар. Ҡатын үҙенең ғәйебен тулыһынса таный.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, кеше һаулығына төҙөлмәҫлек зыян килтереү факты буйынса енәйәт эше асылған.
Бөтә бәләнең башы - эскелектә. Шуны кешеләр ҡасан аңлар?..
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усмановаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/i-masa-atin-yar-ip-kitep-82674/
  • Читайте нас