Новости
19 Ғинуар 2020, 15:12

Водителдәрҙе тикшерәсәктәр!

Бөгөн республика юлдарында бөтә водителдәрҙе лә тикшерәләр. Был турала БР Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе хәбәр итте.

Рейд юлдарҙа аварияларҙы булдырмау маҡсатында уҙғарыла.
Динар Ғилметдинов автомобилистарҙы, уларҙың пассажирҙарын бындай профилактик сараларға ыңғай ҡарарға саҡырҙы. Сөнки был юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү, кеше ғүмерен, һаулығын һаҡлап алып ҡалыу өсөн бик мөһим сараларҙың береһе.
Юлға сыҡҡанда, бөтә документтарығыҙ - теүәл, машинағыҙ төҙөк булһын, водителдәр!
Фото: Интернеттан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас