Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Ғинуар 2020, 11:38
Табынға - "кеҫәле" картуф
Был үҙенсәлекле ризыҡ еңел һәм тиҙ әҙерләнә. Ашығыҙ тәмле, ял көнөгөҙ йәмле булһын, дуҫтар!
Беҙгә һигеҙ картуф, колбаса, 150 грамм сыр, тоҙ, йәшеллек кәрәк буласаҡ.
Башта картуфты һәйбәтләп йыуып, тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Шунан формаға һалып, уртаға телгеләп сығабыҙ, аҙаҡҡа тиклем ҡырҡып еткермәйбеҙ. Кеҫә формаһында булырға тейеш. Артабан сырҙы ла оҙонсалап телгеләйбеҙ. Колбасаны түңәрәкләп, йәшеллекте ваҡлап турайбыҙ. Шунан картуфтың "кеҫә"ләренә сыр менән колбасаны ҡыҫтырып, өҫтәренә йәшеллекте һибеп сығабыҙ.
Мейесте 200 градусҡа тиклем йылытып, 15-20 минутҡа әҙерләргә ҡуябыҙ. Әгәр ҙә бешкән колбасаны ҡулланһағыҙ, сыр ирегәнсе тотабыҙ.
Ризыҡ әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото:
Pikabu.ru
Автор: Рисаля Юмагуловаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Tabin-a--ke-le-kartuf-74262/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"