

“14 йәштә күрше ауылдан нәҫел быҙауы алып ҡайттым, - тип хәтирәләргә бирелә ул. - Үҫтерҙек беҙ уны. Майя тип исем ҡуштым, ысынлап та, һәйбәт нәҫелле булды. Унан, үҙемде ошо өлкә кешеһе итеп тоя башлағас, туғыҙынсы кластан һуң документтарымды Шишмәләге СПТУ-ға алып барып тапшырҙым. Фермер булам, имеш. Әммә өс көндән, был урындың бөтөнләй минеке булмауын аңлап, ташланым да ауылға ҡайтып киттем. Атай менән әсәй унда ла бер һүҙ әйтмәне – документтарҙы кире унынсы класҡа илтеп тапшырҙым. Ун беренсене тамамлағас, Өфөнән ҡунаҡҡа ҡайтҡан ағай сәнғәт училищеһына алып китте. Уныһы, ысынлап та, минеке ине”.
Фото: “Бәйләнештә”.