Табиптар әйтеүенсә, стериль мөхиттә йәшәгән, өшөмәһә лә йылы итеп кейендерелгән, асыҡмаһа ла ашаған балалар, бүтәндәргә ҡарағанда, йышыраҡ ауырый. Ҡайһы берәүҙәр балаһын ҡайнап һыуынған һыу, антибактериаль һабындар менән генә йыуындыра, ҙурайғансы һәр кейемен үтекләп кейҙерә. Ҡайнаған һыу ғына эсеп үҫкән баланың организмы ныҡ булмай. Баланы тыуыу менән үк сыныҡтыра башларға кәрәк, ти белгестәр. Ғөмүмән, нимә ул сыныҡтырыу? Был һүҙҙе ишетеүгә һалҡын һыу менән ҡойоноу күҙ алдына баҫа. Баланы сыныҡтырыу – һыу процедуралары ғына түгел, ә башҡа ябай саралар ҙа. Баланың нисек “хәжәт үтәүенә” даими рәүештә иғтибарлы булығыҙ.
Түбәндәге ҡағиҙәләрҙе бала донъяға килеү менән үтәй башларға кәрәк (ләкин йөрәк сирле, гемоглобин кимәле түбән (анемия), нервы ауырыуҙарынан интеккән һәм етлекмәй тыуған балаларға был ҡағылмай).
1. Баланы һауа торошона ҡарап кейендерегеҙ. Үҙегеҙ нисек кейенәһегеҙ, бәләкәсте лә шулай. Ҡышын ҡат-ҡат кейем менән бина эсендә тирләп, тышҡа сыҡҡас, туңыуы мөмкин. Хәстәрлекле әсә йәки өләсәй ике-өс ҡат кофта, өҫтәп тағы әллә нимәләр кейҙерә икән, ошо арҡала тәндең терморегуляция эшмәкәрлеге боҙола. Ә тирләү – һыуыҡ алдырыуға юл, тигәнде аңлата.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: “кәбеҫтә” итеп кейендереп, баланы сыныҡтырып булмаясаҡ. Йәйге эҫе көндәрҙә иһә тәбиғи материалдан бер ҡат кейем дә етә.
2. Ниндәй һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, бала менән көн һайын саф һауаға сығырға кәрәк. Һыуыҡ көндәрҙә оҙаҡ йөрөп булмаһа ла, йылы мәлдәрҙә урамда мөмкин тиклем оҙағыраҡ ваҡыт уҙғарырға тырышығыҙ. Бала сирләп торһа ла, урамға сығыуҙан баш тартмағыҙ. Тән температураһы юғары булмаған осраҡта, урамда йөрөү һаулыҡ өсөн мөһим.
3. Баланы көсләп ашатмағыҙ. Ата-әсәнең теләге йәки “ваҡыты еткәнгә” түгел, ә үҙе асығып, өҫтәл янына йүгереп килергә тейеш. Ашағыһы килмәй икән, тимәк, уның энергияһы күп. Сәләмәт бала – бер аҙ ас, ябыҡ һәм ныҡ хәрәкәтсән бала, ти белгестәр.
4. Өйҙә йылылыҡ 20 градустан артмаҫҡа тейеш. Йоҡо бүлмәһендә – 18 градус. Һауаның дымлылығы иһә 40 – 50 процент булыуы яҡшы. Сөнки биналағы ҡоро һауа лайлалы тиресәнең кибеүенә килтерә һәм ул вирус-бактерияларға ҡаршы көрәшә алмай. Өйҙә һалҡыныраҡ икән, уны йылытыуға ҡарағанда, йылы кейем кейеп йөрөү баланы сыныҡтыра. Тағы ла һәр миҙгелдә лә өйҙө елләтергә онотмағыҙ, бигерәк тә бала ауырып китһә.
5. Баланы өйҙә йөн ойоҡта йөрөтмәгеҙ. Әгәр ҙә һауа температураһы нормаль икән, бәләкәс яланаяҡ йөрөһөн. Быға тиклем балаға ялан тәпәй йөрөргә рөхсәт итмәгәнһегеҙ икән, уны яйлап өйрәтергә кәрәк. Был баланың үксәлә урынлашҡан рефлектор зоналарын ҡуҙғыта һәм иммунитеттың нығыуына килтерә.