Рәсәй Президенты грантына "Мәргән уҡсының 10 уғы" проекты лайыҡ булды. Был аҡсаға ойошма 20 ғинуар көнө Өфөнөң Киров районында тир аса. Ошо грант ярҙамында 21 ғинуарҙа баш ҡаланың Ғабдулла Амантай урамындағы 11-се йортонда уҡ атырға өйрәнергә теләгәндәр өсөн бушлай семинар уҙғарыла, сара 19.00 сәғәттә башлана. Был хаҡта тулы мәғлүмәтте 89196040952 һандарына шылтыратып белергә була.