Новости
19 Ғинуар 2020, 11:32

Кәләшһеҙ ҡалмаҫ өсөн

Элек Ғафури районында була был хәл. Ғәйнулла исемле егет, үҙенең хәлле йәшәүенә маһайып, өйләнмәйенсә ҡырҡ йәшкә еткән. Инде ни булһа булыр, тәүәккәлләйем, тип берәүгә яусы ебәргән.

- Егет егерме биш тирәһендә булһа ғына бирәбеҙ, - тигәндәр.

Эш былайға киткәс, алдашмайса ни эшләйһең? Никах уҡыу ваҡыты еткәс, мулла егеткә һорау биргән:

- Нисә йәштә әле һин, Ғәйнулла?

Уныһы күҙен дә йоммайса:

- Егерме биш тула, - тигән.

Был һүҙҙе ишеткән ҡыҙҙың туғандары:

- И-и-и, самый егет сағы ғына әле, - тип үҙ-ара бышылдашҡан, ти.

Хәҙер беҙҙең яҡта өйләнмәй йәше уҙып барған егеттәрҙән “самый егет сағы ғына әле” ти көлөп ҡуялар.

Фото:m.fishki.net
Автор: Венер Исхаҡов.https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/K-l-sh-e--alma--s-n-82743/
Читайте нас