Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Ғинуар 2020, 11:36
Кәүҙәһен емереклек араһынан тапҡандар...
Бөгөн төндә Башҡортостанда ике янғында ике пенсионер һәләк булған: 66 йәшлек ир һәм 71 йәшлек ҡатын. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хәбәр итә.
Ирҙең кәүҙәһен ҡотҡарыусылар йорт емереклектәре араһында табып алған, ә ҡатын “Ашығыс ярҙам” машинаһында йән биргән.
Мәғлүм булыуынса, 19 ғинуарға ҡараған төндә, 03:36 сәғәттә ҡотҡарыусыларға Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се Йылға тыҡрығы урамында янғын сығыуы хаҡында хәбәр иткәндәр. Фажиғә урынына ике янғын һүндереү машинаһы, һигеҙ ҡотҡарыусы барған. Барғас, ут ҙур кирбес йорттоң бойлер бүлмәһендә сыҡҡаны асыҡланған. Янғынды һүндергәс, ирҙең кәүҙәһен тапҡандар.
Икенсе янғын Салауат ҡалаһының Калинин урамындағы күп фатирлы йортта теркәлгән. Таңғы алты тирәһендә ҡаза урынына ҡотҡарыусылар килеп еткән һәм ике бүлмәле фатирҙағы ут сығанағын һүндергән. Әле ике янғын сәбәбе асыҡлана, урында оперативниктар эшләй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы тағы бер ҡабат иҫкәртә: утлы мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, электр ҡорамалдары менән файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, асыҡ ут менән һаҡ булығыҙ! Янғынға бәйле тәүге хәүефле билдәләрҙе күреү менән берҙәм ҡотҡарыу телефонынына — 112 һанына шылтыратығыҙ.
Фото:
vk.com/mchsrb
Автор: Гүзәлиә Балтабаеваhttps://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/K---en-emereklek-ara-inan-tap-andar-82685/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"