Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Ғинуар 2020, 11:39
Атайҙың ҡулындамын тип ышанғандыр
Өфөлә Степан Кувыкин урамында “Лада-Гранта” руле артында ултырған 36 йәшлек водитель урам аша ҡыҙы менән сығып барған атайҙы бәрҙерә.
Был юл-транспорт ваҡиғаһында иғтибарһыҙлыҡта водителде ғәйепләһәк тә, йәйәүлеләрҙең юл йөрөү ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуы ла яҡшы билдәле.
Юл аша үтеү тыйылған ерҙән сығырға тәүәккәлләгән атай ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай, дүрт йәшлек ҡыҙын күтәргән килеш ҡайҙалыр бик ашыға.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һөҙөмтәлә төрлө имгәнеүҙәр алған 33 йәшлек ир менән сабый дауаханаға оҙатыла. Медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң атай кешене өйөнә ҡайтарғандар, ҡыҙ бала әлегә дауаханала.
Фото: ЮХХДИ
Автор: Дина Арслановаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Atay-i--ulindamin-tip-ishan-andir-82560/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"