Новости
19 Ғинуар 2020, 14:46

Һаҡ булығыҙ! Аферистар йоҡламай!

Шөкөр, 2020 йылға ла имен генә аяҡ баҫтыҡ. Тотош йылды, йәғни 366 көндө лә (кәбисә йылы икәнен иҫләйһегеҙҙер?!) шулай имен үткәреү өсөн донъяла әшәке уйлы әҙәмдәрҙең дә йәшәүен онотмаҫҡа, һаҡ булырға кәрәклеген иҫләтергә булдыҡ. Сөнки муттар көн һайын төрлө афера уйлап сығарып ҡына тора, ҡармаҡтарына эләгергә яҙмаһын!

“Хаталы транзакция”
– Ял көнө иртән эш хаҡы картаһына ун алты мең һум аҡса килде (минең мобиль банк телефон номерына бәйле), – тип һөйләне таныш уҡытыусы. – Ә бит беҙгә эштән айына ике тапҡыр ғына аҡса күсә. Кем аҡса һалды икән, тип аптырап бөттөм. Бер аҙҙан телефонға ят ҡатын шылтыратып, телефон номеры һандарын бутап, туғаным урынына һеҙгә яңылыш аҡса күсерҙем, зинһар, аҡсамды кире ҡайта­рығыҙ инде, туғаныма бик ныҡ кәрәк, тип инәлгес тауыш менән бытырланы. Нисек кире ҡайтарайым, тип тәүҙә юғалып ҡалдым. Ул ҡыуанып, банк иҫәбем ошо номерға бәйләнгән, анһат ҡына күсереүе, тип аңлатырға кереште. Борсоулы тауышына ҡарағанда, ябай, һәйбәт кенә кешегә оҡшаған. Һәм мин аҡсаһын саҡ кире һалманым. Әммә ваҡытында эске һиҙем­ләү туҡтатты. Бөгөн ял бит, әйҙәгеҙ, мин иртәгә, эштән һуң, банкка инеп, операционистар ярҙамында аҡсаны күсерермен, тинем. Ҡатын иламһыраған тауыш менән: “Аҡса бөгөн, хәҙер үк кәрәк! Туғаныма дарыу алырға бит ул! Һалығыҙ инде!” – тип ялбарҙы. Уй, аллам, нисек түҙгәнмендер инде бирешмәй... Үҙем тәбиғәттән йомшағыраҡ кеше бит ул, ләкин уҡытыусы һөнәре бер аҙ холоҡто нығындырҙы. Шуға ла ныҡ торҙом: “Аңлайым, ләкин бер ни ҙә ҡыла алмайым. Иртәгәгә тиклем түҙегеҙ!” Үҙемдең йөрәгем ҡурҡыныстан ярһып тибә. Йә өгөтләүенә ыңғайлап ҡуйырмын, тип телефон тауышын ҡырҡа һүндерҙем. Бисәкәй ҙә ныҡыш, шылтырата ла шылтырата. Трубканы һүндереп үк ҡуйҙым. Икенсе көндө банкка инеп белешһәм, банк хеҙмәткәрҙәре, ярай ҙа аҡсаны күсермәгәнһегеҙ, был аферистар шулай кешеләрҙең аҡсаһын урлай, тип тора: “Карточкаларына яттарҙан килгән аҡсаны кешеләр, ғәҙәттә, кире күсерә, ә муттар банк аша ла аҡсаһын кире алдырта, йәнәһе лә, хаталы транзакция булды”. Йәғни миңә килгән 16 мең һум аҡсаны, ҡатындың һүҙенә ышанып, кире һалдым, ти. Ә икенсе көндө ул ҡатын банкка барып, ғариза яҙа ла, ун алты мең һум аҡсаны минең кеҫәнән “кире ҡайтарта”. Бына шулайтып, саҡ 16 мең һум аҡсамдан ҡолаҡ ҡаҡманым.
Әгәр һеҙгә ят аҡса килде лә, уны кире ҡайтарыуҙарын һорап шылтыраталар икән, бер ни ҙә эшләмәгеҙ! Транзакцияны хаталанған кеше үҙе ҡайтарып ала. Муттар бик ныҡыш: шылтыратып, инәлеп, ҡурҡы­тып, теңкәгеҙгә тейеп бөтөүҙәре бар. Тотоғоҙ ҙа, ҡыҫҡа ғына итеп ебәрегеҙ үҙҙәрен... банкка!

Еңмештәр еңә...
Ҡайһы бер ҡатындарҙың ирҙәренең һәр аҙымын контролдә тоторға маташыуы, ҡыҙғансыҡ булыуы, ҡыҙыҡһыныусан танауын кәрәккәнгә-кәрәкмәгәнгә бар ергә ҡыҫтырыуы ла аҡсанан яҙҙырып ҡуя. Бына, әйтәйек, әллә ни йәш тә булмаған ирҙең кеҫә телефонына кисен кемдер билдәһеҙ номерҙан шылтыратҡас, шылтыраһын да ятһын ине бит инде. Юҡ шул, ирҙең душта булыуынан файҙаланып, ҡатыны трубканы алған. Ят ир, мин банк хеҙмәткәре, картағыҙҙан аҡса урларға маташалар, тигәс, ҡатын йәһәт кенә шылтыратыуҙы өҙгән. Әммә шылтыратыусы ныҡышып, тағы ҡат-ҡат шылтыратҡан. Һуң, бер тапҡыр телефонды һүндергәс, ҡатынға ниңә уны ҡабат алырға инде? Алған һәм шылты­ратыу­сы ир был ҡатынды нисектер ышан­дырған. Шәп булғас, ҡыҙыҡһыныусан ҡатын иренең картаһының номерын да, телефонға килгән смс-хәбәрҙәрҙәге кодтарҙы ла атаған. Һөҙөмтәлә ирҙең картаһынан 19 мең һум аҡса урланған. Ә уның картаһына ҡатындың да картаһы бәйле булып, уның да 9 мең һум аҡсаһы юғалған. Ҡатындың ҡыҙыҡһыныусанлығы бик ҡиммәткә төшкән түгелме?
Иҫкәртәбеҙ, дуҫтар: банктың хәүеф­һеҙлек хеҙмәте карта тотоусыларға бер ҡасан да шылтыратмай. Шикле шылты­ратыуҙар булғанда, телефонды алмағыҙ, яңылыш алһағыҙ, шунда уҡ уны һүндерә һалығыҙ. Банктың бушлай “ҡыҙыу ли­ния”һына шылтыратып, шикле шылтыратыу булыуы хаҡында хәбәр итә алаһығыҙ.

Муттар өсөн изге төшөнсәләр юҡ
Кешеләрҙең кеҫәһен бушатыу өсөн муттар ниндәй генә алдашыуға бармай! Социаль селтәрҙәрҙең береһенә әхирәтемдән ҡурҡыныс хәбәр килде: “Миндә оло ҡайғы – бөгөн иртән әсәйем үлде! Ни эшләргә лә белмәйем. Ни аҡса юҡ, бәлки, ярҙам итеп ебәрерһең?! Ошо иҫәпкә аҡса һала алаһың, мин һиңә аҙаҡ, әсәйемде ерләгәндән һуң, кире ҡайтарырмын”. Был юлдарҙы уҡығас, ултыра төштөм, йөрәк “жыу” итеп ҡалды. Автоматик рәүештә телефонды ҡулға алып, аҡса күсерергә ниәтләнем дә, шул уҡ мәлдә әхирәтемдең атаһы ла, әсәһе лә юҡлығын иҫләнем. Әсәһенең вафатына бер ун йыллап барҙыр. Шунан әхирәтемә шылтыратһам, ул да шаҡ ҡатып, социаль селтәргә инә һалды – сәхифәһен муттар емереп ингәйне...
Саҡ тынысланғас, күп тә үтмәне, икенсе таныштан тағы үтенес килде. Был юлы уның “аварияға осраған” әсәһенә опера­цияға аҡса кәрәк ине. Бер аҙна эсендә генә шулайтып “Бәйләнештә” селтәрендәге унлаған дуҫ-таныштың сәхифәһен емереп инеп, аҡса һоранылар.
Муттарҙың әүҙемлеге иҫте китәрә. Улар өсөн изге бер ни ҙә юҡ, баштарында тик аҡса ғына. Шуға ла һаҡлыҡ тураһында онотмағыҙ, дуҫтар. Теләһә кемдәргә хәләл аҡсағыҙҙы күсереп, шаштырмағыҙ ул бәндәләрҙе.

Интернет тоҙаҡ-ҡапҡандар яланымы ни!
48 йәшлек ҡатынға социаль селтәр аша туғанынан кеҫә телефонындағы тариф планын иң яҡшыһына үҙгәртергә тәҡдим килгән. Бының өсөн 4 мең һумға яҡын аҡсаны билдәһеҙ номерға күсерергә кәрәк булған. Ҡатын, уны-быны уйлап тормай, күсергән. Аҙаҡ туғанының сәхифәһен аферистарҙың емереп ингәне асыҡланған.
46 йәшлек иргә иһә “һеңле”һенән хәбәр килгән – ул ағаһынан бурысҡа аҡса һорап торған. Ир 9 мең һумды “һеңлеһе” күрһәткән картаға һалған. Шунан һуң ғына һеңлеһенә, аҡса килдеме, тип шылтыратып белешкән икән, алданғаны асыҡланған.
27 йәшлек ҡатын, интернеттан этенә муйынса алам тип, 23 мең һум аҡсаһынан яҙған: интернет селтәрендә муйынса һатҡан иргә иғлан буйынса шылтыратып, уныһы ҡатындың башын әйләндереп, картаһындағы бөтә аҡсаһын һыпырған.
62 йәшлек ир интернет аша магнитола алырға дәртләнеп, “һатыусы”ға 5 мең һум аҡса түләгән, әммә техниканың һаманғаса еҫе лә юҡ. “Һатыусы”нан да елдәр иҫкән.
61 йәшлек ҡатынға “банк хеҙмәткәре” шылтыратып, аҡсағыҙҙы урлап ҡуйма­һындар өсөн хәүефһеҙ иҫәпкә күсерәбеҙ, тип уны алдап, 200 мең һумдан ашыу аҡсаһын урлағандар.
Был факттар буйынса енәйәт эштәре асылған да бит, әммә кешеләрҙең үҙ аҡсаһын кире ҡайтарып алыуы икеле...
Бик күп эскерһеҙ кеше муттарҙың тоҙағына уйламағанда ҡаба. Мәҫәлән, Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе иргә билдәһеҙ кеше шылтыратып, банк хеҙмәт­кәремен, тип үҙе менән таныштырғас, исем-шәрифе менән өндәшеп, банктағы бөтә иҫәбен, картаһындағы суммаларҙы атаған. Һәм, һеҙҙең исемгә кредит алғандар бит, тип ирҙе аптыратҡан. Ир, мин кредит алманым, тигәс, улайһа, кредиттан баш тартып, түләүҙәрҙән ҡотолор өсөн бер туҡтауһыҙ телефонда бәйлә­нештә булығыҙ, тип аңлатҡандар: “Банко­матҡа барып, беҙ әйткән операцияларҙы башҡарырға – картанан аҡсаны алырға һәм банктың икенсе иҫәбенә күсерергә кәрәк”. Ир шуларҙы үтәгән. Эш хаҡы күскән картаһында 4 мең һум урынына 130 мең һум ятҡанын күргәс тә, һағайырға ине лә бит, тик ул был аҡсаны муттарҙың иҫәбенә күсергән шул. Муттарҙың уның исеменә кредит алғанын башына ла индермәгән – үҙ ҡулы менән уны уларҙың иҫәбенә ебәргән.
Бындай хәлгә ҡалмаҫ өсөн, иҫәбегеҙгә шикле аҡса килһә, йә ят кешеләр шылтыратһа, телефон аша бер кемгә лә бер ниндәй ҙә кодтарҙы атамағыҙ, банкомат аша операциялар башҡармағыҙ! Йөрәгегеҙ урынынан ҡупһа, банкка барып, хеҙмәткәрҙәре менән һөйләшеп, хәлде асыҡлап, бик тә булмаһа, полицияға мөрәжәғәт итеп, күңелегеҙҙе тыныс­ландырығыҙ.

Сәхифә клондары
“Бәйләнештә”ге З. исемле танышымдан хәбәр килде: “Привет! Как дела? Мне срочно нужна твоя помощь!” Бер ни ҙә яуап­ламаным. Был ҡасандан ҡаты бәғерлегә әйләнгән икән, тип апты­ра­мағыҙ, сөнки З.-нең миңә улайтып рус­са яҙмаҫын белә инем. Дә-ә, З.-нең сәхи­фәһен дә емереп ингәндәр икән, тип кенә ҡуйҙым.
Ысынлап та, бер аҙҙан З., икенсе исем аҫтында яңынан теркәлеп, яҙып ебәрҙе: “Теге аҙнала вк-ны емереп ингәндәр, мин булып аҡса һорап бөткәндәр. Ояты ни тора?! Шуға бынан ары фамилиямды яҙмаҫҡа булдым. Муттар кешенән аҡса һығыу өсөн бик ныҡлап әҙерләнә икән дә ул. Мәҫәлән, минең исем-шәрифкә хатта ВТБ банкы картаһын асҡандар. Апайымдар минең өсөн борсолоп, уға аҡса ебәреп өлгөргән. Һуңынан миңә, аҡса килдеме, тип яҙалар. Танышым Өфөлә ВТБ банкында эшләгәс, унан, нисек минең исемгә карта асылған, тип һорағайным, ул, был банктың ундай картаһы бөтөнләй юҡ, тине”.
Муттар һеҙҙең исем-шәриф менән сәхифәгеҙҙең тулыһынса күсермәһен дә асыуы ихтимал. Һеҙ булып туған­дарығыҙҙан, дуҫтарығыҙҙан аҡса йыйыу өсөн, әлбиттә. Шуға ла аҡсағыҙҙы ебәрер алдынан ҡырҡ ҡат уйлағыҙ, шәхсән һөйләшкәндән һуң ғына ярҙам ҡулы һуҙығыҙ.

Әпсен-төпсөн...
Өфө ҡалаһында йәшәүсе 70 йәшлек ҡатын, “боҙом”дан ҡотолам тип, аҡсаһынан һәм алтын биҙәүестәренән ҡолаҡ ҡаҡҡан. “Боҙом”дан ҡотолоу хаҡы – 160 мең һумдан ашыу.
Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, ҡатындың фатирына ят бер бисә шылтыратып, аҙыҡ алыр өсөн саҡ ҡына булһа ла аҡса биреүен үтенгән. Изге күңелле пенсионерка уның хәленә инеп, икмәк-тоҙлоҡ аҡсаһын сығарған. Әңгәмә барышында ят бисә рәхмәт йөҙөнән оло кешегә уны боҙомдан арындырырға тәҡдим иткән. Бер ҡатлы ханым, ышанып, уны фатирына индергән. Бисәнең йоғонтоһона бирелеп, өйҙәге бөтә аҡсаны, биҙәүестәрҙе таҫтамалға урап һалған. Бисәкәй төргәккә әпсен-төпсөн итеп, уны хужабикәгә тотторған да, мендәр аҫтына йәшереп, өс көн асмаҫҡа ҡушҡан. Эскерһеҙ пенсионерка төргәкте дүртенсе көндө генә асып ҡараһа, унда бәҙрәф ҡағыҙы ғына ятҡан. Шаҡ ҡатҡан ҡатын был турала бергилке яҡындарына һөйләргә лә ҡурҡып йөрөгән. Аҙаҡ түҙмәй, һөйләп биргән. Ире һәм балалары уны полицияға барып, ғариза яҙырға күндергән...
Боҙомдан, күҙ тейеүҙән ҡотҡарырға үҙенең хеҙмәтен тәҡдим итеүселәр – муттар, ундай әҙәмдәргә ышанмағыҙ! Ғөмү­мән, яттарҙы фатирығыҙға, йорто­ғоҙға индермәгеҙ, айырыуса өйҙә яңғыҙ бул­ғанда. Әгәр ҙә кемдер, теге йәки был учреждение хеҙмәткәремен, тиһә, документтарын күрһәтеүҙе талап итеп, ойошмаһына шылтыратып белешегеҙ. Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлай!
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Б. Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/mahsus/a-buly-y-aferistar-yo-lamay/
Читайте нас