Новости
19 Ғинуар 2020, 17:10

40 мең кеше сумып өлгөргән

Бөгөн христиан динлеләр үҙҙәренең ҙур байрамдарының береһен – Крещениены билдәләй. Был көндә, йөҙәр йыллыҡ йола буйынса, православныйҙар мәкелә һыуға сума.

Йоланы үтәү – дөрөҫ һәм кәрәкле ғәмәл. Тик ҡыш һыу инеүҙең бер ни тиклем хәүефле булыуын да оноторға ярамай. Шуға күрә был көндә республиканың барлыҡ ашығыс хеҙмәттәре юғары әҙерлек режимында эшләй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, көндөң тәүге яртыһында төбәгебеҙҙә 40 мең кеше мәкегә сумған. Был сарала барлығы 60 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
“Бөтә урындарҙа ла ҡотҡарыусылар, полиция, табиптар эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәне. Тыйылған һәм махсус әҙерләнмәгән урындарҙа һыу инеүселәр юҡ”, – тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Бөгөн барлыҡ хеҙмәттәр юғары әҙерлек режимында эшләй. Байрам кәйефе боҙолмай, имен генә үтеп китһен!
Фото: "Башинформ".
Альфия Мингалиева

Читайте нас