Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
18 Ғинуар 2020, 11:51
Вахтасы ҡатыны ниңә бысаҡҡа йәбешә?
Сираттағы ҡырағай осраҡ Яңауыл ҡалаһында булған. Вахтасы ҡатыны ире эштә саҡта һөйәрен бысаҡ менән сәнсеп үлтергән. Был хәл уның ир өсөн ҡоймаҡ ҡойоп торған сағында булыуы тағы бер аптырата.
Хәл былайыраҡ була. Ҡатын эштә тәүлек әйләнәһенә сменала була һәм, өйөнә ҡайтҡас, һөйәрен дә ҡунаҡҡа саҡыра. Тегенеһе эсергә тәҡдим итә. Күңел асып алғас, арала ғауға сыға. Ир һөйгәненә, хыянат иткәнһең, тип бәйләнә башлай. Шулай ҙа улар тыныслана.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ҡатын уның өсөн ҡоймаҡ ҡойорға булып китә. Ул плитә янында тороп, ҡоймағын бысаҡ менән әйләндерә башлай. Шул саҡта артынан ирҙең килгәнен тоя һәм әйләнеп уның эсенә бысағын ҡаҙай. Ҡатын үҙе тиҙ генә яраны эшкәртеп, яулыҡ менән бәйләп ҡуя. Тик күп тә тормай тегенеһе күп ҡан юғалтыуҙан һәләк була.
Шуныһы, енәйәт ваҡытында өйҙә хужабикәнең бәлиғ булмаған ике улы бүлмәләрендә телевизор ҡарап ултырған.
Яңауыл суды ҡатынды ғәйепле тип таныған һәм йомшартыусы шарттарҙы иҫәпкә алып, уны дөйөм режимлы колонияға дүрт йылға ултыртҡан. Шулай уҡ ул һәләк булған һөйәренең ғаиләһенә 300 мең һум компенсация түләргә тейеш.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Альфия Мингалиеваhttps://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Vahtasi-atini-ni--bisa-a-y-besh-79695/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"