Новости
18 Ғинуар 2020, 11:57

Ултырмағыҙ, тороғоҙ!

Баш. Оҙаҡ ваҡыт бер халәттә ултырыу ҡандың ҡуйырыуына, уның баш мейеһендә әйләнеше боҙолоуға, шул сәбәпле инсультҡа килтереүе ихтимал.

Үпкәләр. Көн оҙоно ултырып эшләгән кешеләрҙә үпкә эмболияһы, йәғни тромбтар барлыҡҡа килеү хәүефе ике тапҡырға арта.
Ҡулдарҙың аҙ хәрәкәтләнеүе ҡан баҫымының күтәрелеүенә булышлыҡ итә.
Ашҡаҙан. Оҙаҡ тик ултырыу һимеҙлеккә килтерә, сөнки ултырған ваҡытта организмдағы мускулдарҙың ҡан тамырҙарында майҙарҙы тарҡатыу өсөн яуаплы ферменттар эшләмәй, был матдәләр алмашыныуы боҙолоуға килтерә. Шулай уҡ ултырыу – йыуан эсәк яман шешенә килтергән төп сәбәптәрҙең береһе.
Табандар. Ултырған ваҡытта ҡан әйләнешенең насарайыуына бәйле уларҙың йыш ойоуы ихтимал.
Муйын. Оҙаҡ ултырған ваҡытта организмдағы шыйыҡса аяҡтарҙа туплана һәм йоҡларға ятҡас, муйынға ҡарай “күсеп”, апноэға (йоҡлағанда тын алыуҙың боҙолоуына) сәбәпсе була. Был хәл муйын мускулдарын көсөргәнешкә килтерә, кеше иртәнсәк торғас, ауыртыныу тоя.
Йөрәк. Ултырып эшләгән кешеләрҙә йөрәк сирҙәре, шәкәр диабеты хәүефе ике тапҡырға арта.
Арҡа. Ҡыбырламай ултырыу умыртҡа һөйәгенә көслө баҫым яһай, һөҙөмтәлә умыртҡа дисктары зыян күрә, кеше арҡаһында даими ауыртыу тоя башлай.
Аяҡтар. Ултырғанда шыйыҡса аяҡтарҙа йыйыла, һөҙөмтәлә көн дауамында улар шешә.
Быларҙан ҡотолоуҙың, уларҙы булдырмауҙың иң ябай юлы – хәрәкәт! Шуға ла бит халыҡ “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән.
Фото: jv.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығоловаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ultirma-i--toro-o-80013/
Читайте нас