Новости
18 Ғинуар 2020, 11:41

“Тренерҙар, хеҙмәткәрҙәр әҙерләгеҙ “

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров “Мәғариф сәғәте” тәртибендә сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыу, мәғариф ойошмаларында физкультураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Сараны республика Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская асты. Уның әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта халыҡтан килгән мөрәжәғәттәрҙә мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү, төҙөкләндереү, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, уҡыу йорттары хакимиәттәренә ялыу, мәктәптә туҡланыу кеүек мәсьәләләр күтәрелә.
– Фекер алышырға теләгән төп темаларҙың береһе – Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе. Унда беҙҙең уҡытыусылар берләшмәһенә ҡағылған мөһим һәм шатлыҡлы нормалар байтаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров Президенттың Мөрәжәғәтнамәһендәге мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы төп бурыстар тураһында һөйләне. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһын нығытыу хаҡында сығыш яһаны. Былтыр ауыл мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” тип аталған 133 үҙәк ойошторолған, 2022 йылға уларҙың һаны 382-гә етәсәк, тип күҙаллана. Министр шулай уҡ уҡыу, медицина кабинеттарын, оҫтаханаларҙы йыһазландырыу, лаборатория ҡулайламалары, мәктәп автобустары, һанлы технологиялар һатып алыу, балалар технопарктары асыу тураһында һөйләне.
Айбулат Хажин әйтеүенсә, мәғариф ойошмаларында физик культураны һәм спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Былтыр ғына 50 спорт залы ремонтланған, биш спорт, бер хоккей майҙансығы йыһазландырылған. “Юғарыға ос!” республика проекты нигеҙендә 71 мәктәптә уҡыусылар шахмат уйынын үҙләштерә. Күмәк ярыштар ҙа әүҙемләште. Ведомство етәксеһе 2020 йылға физкультураны һәм спортты үҫтереү буйынса эш пргограммаһы менән таныштырҙы.
Кәңәшмәлә шулай уҡ йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов сығыш яһаны.
– Тренерҙар, хеҙмәткәрҙәр әҙерләгеҙ, – тине Радий Хәбиров кәңәшмәгә йомғаҡ яһап. – Көрәш менән генә шөғөлләнеп ҡалмайыҡ, башҡа спорт төрҙәрен дә үҫтерергә кәрәк. Кадрҙар әҙерләү йәһәтенән ныҡлы эш алып барыу шарт. “Ауыл тренеры” программаһына ғына иҫәп тоторға ярамай. Йәш белгестәр әҙерләүгә грант бүлеү отошлораҡ.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбаковаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Trener-ar-he-m-tk-r-r--erl-ge-80644/
Читайте нас