Новости
18 Ғинуар 2020, 12:10

Тракторсы 68 йортто газһыҙ ҡалдырған

Был хәл Өфө ҡалаһы эргәһендәге ҡасабаларҙың береһе янында була. Тракторсы Козарез ауылында газ үткәргесенә зарар килтерә. Тотош ҡасаба газһыҙ ҡала, ә тракторсы бер ни булмағандай өйөнә ҡайтып китә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белдереүенсә, 68 йорт газһыҙ ҡала. Урам рәйесе был хаҡта ауылдаштарына хәбәр итә. Белгестәр өй буйлап йөрөп тикшерә. Бер нисә сәғәттән 36 йортҡа газ бирелә. Ҡалғандары бары иртә менән зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыла. Ә бөтә ҡасабаны аяҡҡа баҫтырған тракторсыны хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре эҙләй.
Фото: ”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Traktorsi-68-yortto-gaz-i--aldir-an-81042/
Читайте нас