Новости
18 Ғинуар 2020, 12:13

Тормоштан йәм табып

Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре – күпселек дәүләт­тәрҙә киң таралған үлем сәбәптәренең береһе. Ғалимдар фекеренсә, ошо ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһаған психологик факторҙарҙы өйрәнеү һәм контролләү кешеләрҙең әүҙем йәшәү осоронда үлем кимәлен кәметер ине.

Белгестәр сирҙәрҙең барлыҡҡа килеүенә тәьҫир иткән һөнәргә бәйле шәхси-шәхес сәбәптәренә ҙур иғтибар бирә. Ғалимдар тормош юлын, һөнәр, карьера ҡаҙаныштарын, мәнфәғәт­тәрен һәм шөғөлдәрен эсенә алған комплекслы методиканы файҙа­ланған, медицина карталарын өйрәнгән.

Тикшеренеүҙә 55 йәштән өлкән 495 кеше ҡатнашҡан, уларҙың барыһы ла йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре буйынса иҫәптә торған. Һөҙөмтә шуны күрһәткән: эшсе һәм техник белгеслек буйынса эшләгән пенсионерҙарҙа йөрәк-ҡан тамыр­ҙары сире хәүефен әүҙемлектең бөтә төрҙәре лә тиерлек арттырыуы асыҡланған (аралашыу, маҡсатҡа ынтылыш, карьера), ә ҡыҙыҡ­һыныуҙарын бары ҡул эштәре, техника менән мауығыу, баҡсала ҡаҙыныу, ремонт эштәре генә көсәйтә, мауыҡтыра алған.
Хеҙмәткәрҙәр төркөмөндәге пен­сионерҙарға спорт менән шөғөлләнеү, физик әүҙемлек, аралашыу ыңғай тәьҫир иткән. Ә ҡул эштәренән бер ниндәй ҡәнәғәтлек тойғоһо кисер­мәгәндәр.

Документтар менән эшләгән офис хеҙмәткәрҙәрен хобби һис ылыҡ­тырмаған да, дәртләндермәгән дә, бары һөнәри эшмәкәрлек, карьера үҫеше, дуҫ, татыу ғаилә мөхите ҡәнәғәтлек тыуҙырған.

Ғалимдарҙың фекеренсә, пенсия йәшендә был сирҙәрҙең ҡатмар­лашыуына, насар ғәҙәттәрҙән тыш, агрессивлыҡ йоғонто яһай, ә тормошто яратыу, оптимизм һәм хобби сиргә юлығыу хәүефен кәметә.

Фото: vedom.ru
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләнеhttps://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/tormoshtan-y-m-tabyp/
Читайте нас