Тәүге эштәр килә башланы ла. Уны беҙгә Ишембай районының Этҡол ауылында йәшәгән Әлиә Хужахмәтова ебәргән. Ҡыҙ фотоларҙы үҙенең смартфонына төшөрә. Ҡарап торһаң, әйтерһең, һөнәри камераны ҡулланған.
“Ауылыбыҙ бик матур, тәбиғәте лә, кешеләре лә иҫ китмәле. Мөмкинлек булһа, ирем менән бергә өй артындағы тауға барабыҙ һәм кинәнеп фотоға төшөрәм. Шулай уҡ ике туған һеңле һәм ҡустыларымды һүрәтләндерергә бик яратам. Балалар һәр ваҡыт матур сыға бит”, – тип яҙа беҙгә Әлиә.
Һеҙҙең иғтибарға Әлиәнең бер нисә ижади эшен тәҡдим итәбеҙ.
Иң матур һәм ҡыҙыҡлы ижади өлгөләре гәзитебеҙҙең төҫлө битендә һәм сайтта донъя күрәсәк. Ә иң-иңдәре редакция йыллыҡ календарь эшләгәндә һайлап алыныуы ихтимал.
Әйҙәгеҙ әүҙемерәк булайыҡ. Фотоһүрәттәрегеҙҙе
alfia.85@bk.ru йәки
bashkortostan.gazeta@mail.ru электрон адрестарына “Йәшәйеш – ул үҙе бер миҙгел!..” фотоконкурсына тип ебәреүегеҙ һорала.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/t-bi-te-m-keshel-re-i-kitkes/