Новости
18 Ғинуар 2020, 10:10

Студентһыңмы? Театрға кил!

Милли йәштәр театры билеттарға ташлама яһай.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры "Студент" акцияһы иғлан итә. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары ярты хаҡ менән билет алыу хоҡуғына эйә. Акция рус труппаһының "Чума на оба ваши дома" (18 ғинуар) һәм "Валентин и Валентина" (24 ғинуар) спектаклдәренә ҡағыла. Шулай уҡ 31 ғинуар көнө башҡорт труппаһының "Килә яуа, килә яуа" комедияһын да ҡарарға мөмкин.
Фото театр сайтынан алынды.
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Student-i-mi-Teatr-a-kil-81526/
Читайте нас