Новости
18 Ғинуар 2020, 12:19

Сирле көйө эшкә йөрөү “егетлек”ме?

Киҙеү һәм һалҡын тейеү – бик йоғошло сирҙәр, билдәләре лә оҡшаш. Һалҡын тейҙергәндә танау һәм тамаҡ зарарлана, киҙеү йоҡҡанда бөтә тын алыу системаһы зыян күрә.

Кеше организмы үҙе­нең мөмкин­лектәре менән үҙаллы һауыға ала, тик йыш ҡына етди өҙлөгөү­ҙәр арҡаһында сир тәрәнәйә. Гигиена талаптарын үтәгәндә, иммунитетты нығытҡанда һәм сирҙең тәүге билдәләрен дауалағанда өҙлөгөүҙәрҙе булдырмаҫҡа мөмкин. Бөтөнләй сиргә бирешмә­үегеҙ ҙә ихтимал.

Гигиена талаптарын үтәү мөһим. Киҙеү һәм һалҡын тейеүҙән иң тәьҫирле, иң ябай сараларҙың береһе – ҡулдарҙы йыш һәм һәйбәт итеп йыуыу. Был яҡшы ғәҙәт бактерия һәм вирустарҙың таралыуына кәртә булып тора.

Сөскөргәндә һәм йүткергәндә ауыҙ һәм танауҙы ҡул йәки салфетка менән ҡаплағыҙ. Ҡулдарығыҙҙы йыуып, таҙа таҫтамал менән ҡоротоғоҙ.

Күп кеше йөрөгән ер­ҙән ҡасығыҙ, халыҡ өймәкләшкән урындан ситтә булырға тыры­шығыҙ. Үҙегеҙҙе насар тояһығыҙ икән, берәй тәүлек өйҙән сыҡмағыҙ, йоғошло сирҙе көсәйте­үегеҙ ихтимал. Ҡулда­рығыҙ менән күҙ, танау, ирен тирәһенә теймәҫкә тырышығыҙ. Өйҙәге кухня, туалет һәм ванна бүлмәләре таҙа, йоғош­һоҙландырылған булһын.

Киҙеүгә ҡаршы дарыу юҡ, шуға күрә йылына бер тапҡыр вирусҡа ҡаршы прививка яһатыу отошло. Был киҙеү осоронда иммунитеты­ғыҙҙы нығытыуға ярҙам итәсәк.

Һалҡындан һаҡлауға һәләтле вакциналар уйлап табылмаған. Бары гигиена ҡағиҙәләрен үтәү һәм сәләмәт­лекте хәстәрләү һөҙөмтәһендә генә сирҙе булдырмаҫҡа мөмкин.

Ауырыу кешеләр менән аралаш­мағыҙ, башҡаларҙың шәхси предметтарына тотонмағыҙ. Әгәр ҙә һаҡланып та сирҙе эләктергәнһегеҙ икән, тәүге билдәләрен һиҙеү менән дауаланығыҙ. Организмдың һыуһыҙланыуын булдырмау өсөн күберәк шыйыҡлыҡ эсегеҙ. Табиптар һут, һыу, төнәтмә һәм кофеинһыҙ эсемлектәр ҡул­ланырға кәңәш итә. Тикшеренеү­ҙәрҙән күренеүенсә, тауыҡ һурпаһы организмға һалҡын тейеүҙе еңергә ярҙам итә, хәл индерә, тымауҙы кисереүҙе еңеләйтә.

Ауырығанда тәмәке тартыуҙан, спиртлы эсемлек­тәрҙән тыйылыу мотлаҡ. Тамаҡты көнөнә ике тапҡыр тоҙ һалынған йылы һыу менән сайҡатыу ҙа яҡшы. Хәҙер дарыуханаларҙа тамаҡ ауыртыуын еңеләйткән һура торған кәнфиттәр – еңелсә анальгетиктар бар. Уларҙың да тымауҙы бөтөрөүгә ярҙамы тейеүе мөмкин.

Әгәр ҙә сирләп китеп, тәнегеҙҙә ауыртыныу тояһығыҙ икән, ауыртыуҙы баҫҡан препараттар ҡулланығыҙ. Дарыуҙар һеҙгә тиҙерәк һауығырға, аяҡҡа баҫырға ярҙам итер. Организмға был осорҙа ял үтә мөһим, һигеҙ сәғәтлек йоҡо иммун системаһына киҙеүҙе еңергә ярҙам итер. Сирләгән көйө эшкә йөрөү “егетлек” түгел, ә иҫәрлек, сәләмәтлекте ҡаҡшатыу икәнлеген дә онотмағыҙ.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне..https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/sirle-k-y-eshk-y-r-egetlek-me/
Читайте нас